Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2023, 23:11

Башҡортостандан 4 китапхана «Урындағы даһи» проектына ҡушыла

 Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй дәүләт китапханаһы 2023 йылдың ғинуарынан «Урындағы даһи» проектында ҡатнашыусыларҙы – яңы китапханаларҙы конкурс һайлап алыуына йомғаҡ яһаны.

Башҡортостандан 4 китапхана «Урындағы даһи» проектына ҡушыла
Башҡортостандан 4 китапхана «Урындағы даһи» проектына ҡушыла

Киләһе йылда проектҡа тағы ла 101 китапхана ҡушыла, һөҙөмтәлә илдең 74 субъектында һәләттәр концентрацияһының 290 нөктәһе эшләй. Проекттың географияһы ла киңәйә - Приморье һәм Камчатка крайҙарында, Сахалин өлкәһендә һәм Севастополдең федераль әһәмиәттәге ҡалаһында таланттар тупланған урындар асыла. Проектта ҡатнашыусылар араһында үҙ төбәгендә креатив индустрияны үҫтерергә теләгән ҡала һәм ауыл, балалар, балалар-үҫмерҙәр, үҫмерҙәр һәм дөйөм ҡулланыштағы китапханалар бар.

Еңеүселәр араһында – Башҡортостандан ошо йылда проектҡа ҡушыласаҡ 4 китапхана. Улар - Иглин районының 16-сы Көҙөй ауыл китапханаһы, Учалы һәм Күгәрсен райондарының Үҙәк район китапханалары һәм Дыуан зона моделле китапханаһы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: