Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2023, 13:30

Кеше туңғанда нимә эшләргә кәрәк, нимә эшләргә ярамай?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре кеше туңғанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлата.

Кеше туңғанда нимә эшләргә кәрәк, нимә эшләргә ярамай?
Кеше туңғанда нимә эшләргә кәрәк, нимә эшләргә ярамай?

Һыуыҡҡа йышыраҡ аяҡ һәм ҡул бармаҡтары, танау, ҡолаҡ, сикә бирешә. Оҙаҡ ваҡыт һалҡында йөрөгәндә, кәүҙә менән һыуыҡ металл, шыйыҡ һәм ҡыҫылған һауа йәки ҡоро углекислота менән эшләгәндә кешенең тән өлөштәре туңыуы ихтимал.

Тән туңыуҙың дүрт дәрәжәһе бар:

1 - ҡыҙарыу һәм шешеү
2 - ҡыуыҡтар барлыҡҡа килеү
3 - тиренең үлеүе һәм пәрҙә барлыҡҡа килеүе
4 - тән өлөшөнөң (бармаҡ, табан) үлеүе

Кеше туңғанда нимә эшләргә ярамай?

  Туңған тән өлөштәрен эҫе һыу йәки ут менән йылытырға маташыу, сөнки бындай ысулдар менән йылытыу һөҙөмтәһендә зарарланған туҡымалар ҡандан кислород алмай, ҡарая һәм ҡорой.
  Туңған урындарҙы ҡар менән ыуыу, сөнки ваҡ боҙ киҫәктәре менән тире япмаһын зарарлау һөҙөмтәһендә инфекция керетеү хәүефе бар.
  Йылыныу өсөн алкоголь ҡулланыу - ул башта ҡан тамырҙарын киңәйтә, һуңынан ҡырҡа тарайыуға сәбәпсе була, һәм зарарланған участкалар кислород менән насар тәьмин ителә.
  Майлы матдәләр менән ышҡыу - ул тиренең тын алыуын боҙа һәм туҡымаларҙан зарарлы матдәләрҙең сығыуына ҡамасаулай.

Кеше туңған осраҡта нимә эшләргә кәрәк?
  кешене йылы бинаға керетергә;
  һәр төрлө ҡайнар эсемлек (татлы сәй, ҡәһүә, һөт) эсерергә;
  туңған тән өлөштәре әрнеһә, сәнсһә, ойоһа (1-се дәрәжә) - туңған урынды ҡул йәки йөн шарф менән һаҡ ҡына ыуырға;
  ауырыраҡ осраҡтарҙа (2-се һәм унан да юғары дәрәжәләрҙә) - кисекмәҫтән тиҙ ярҙам саҡырырға һәм йылы үткәрмәүсе бәй һалырға.

Ауыр хәлгә тарымаҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ;
  йылыраҡ кейенегеҙ, һыуыҡҡа башлыҡһыҙ, шарфһыҙ һәм бейәләйһеҙ сыҡмағыҙ;
  аяҡ кейеме һәр саҡ иркен һәм ҡоро булырға тейеш;
  күп ҡат итеп һәм иркен кейенегеҙ, сөнки һауа нәҡ кейем ҡатламдары араһында йылыны һаҡлай.

Организмдың үтә ныҡ һыуыныуы үлемгә килтереүен иҫтә тотоғоҙ!

Әгәр бәләгә тарыған кешене осратһағыҙ йәки үҙегеҙ ҡыйын хәлдә ҡалһағыҙ, ҡотҡарыу хеҙмәтенең 112 номерына шылтыратығыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: