Юлсылар бер мең саҡрымдан ашыу юл һәм 850 погон метр оҙонлоҡтағы 16 күперҙе ремонтланы. Әлеге йылда Рәсәй Федерацияһының 36 саҡрым оҙонлоҡтағы терәк селтәренә ингән төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнештәге юлдарҙы ремонтлау тамамланды. Шулай итеп, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, республикала норматив талаптарға тап килгән терәк селтәрҙәре юлдар оҙонлоғоноң өлөшө 63 проценттан ашыуға етәсәк.
Капиталь ремонт барышында Өфө, Дыуан, Туймазы, Белорет райондары ауылдары буйлап үтеүсе автомобиль юлдарында 17 саҡрым оҙонлоҡтағы электр уты эшләй башлаған.
Транспорт тармағын үҫтереү йәһәтенән этаплап эшләү дауам итә: хәрәкәт итеүсе составтар яңыртыла, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты күтәрелә, дөйөм алғанда транспорт логистикаһы яҡшыра.
Бөгөн «Башавтротранс» дәүләт унитар предприятиеһы балансында 1878 берәмек автобус файҙаланыла, шуларҙың 960 берәмеге – ҙур һәм урта класлы тәпәш һәм ярым тәпәш иҙәнле автобустар, был автобустарҙың дөйөм һанынан 50,7 процент тәшкил итә.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандың баш ҡалаһы 2023 – 2024 йылдарҙа йәнә 85 яңы ҙур класлы автобусҡа эйә була.
Быйыл, 2023 йылда, 62 саҡрым юлды һәм Рәсәй Федерацияһының терәк селтәренә ингән 802 погон метр оҙонлоҡтағы 5 күперҙе ремонтлау күҙаллана. Милли проект сиктәрендә 175 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлдарында ремонт үткәреү ҡаралған.