Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2023, 09:55

ЮХХДИ инспекторы 6 йәшлек малайҙың хыялын тормошҡа ашырған

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенән 6 йәшлек  малай хыялын самолётҡа яҙып, асыҡ тәҙрәнән осороп ебәрә. Яҙма ЮХХДИ хеҙмәткәренең ҡулына килеп эләгә. Унда бала полиция машинаһы һораған була.

ЮХХДИ инспекторы 6 йәшлек малайҙың хыялын тормошҡа ашырған
ЮХХДИ инспекторы 6 йәшлек малайҙың хыялын тормошҡа ашырған

Байрам көндө ЮХХДИ инспекторы, ҡыш бабай менән ҡарһылыу теләген үтәп, малайға һораған уйынсығын бүләк иткән.

Бәләкәс герой менән аралашыу барышында 31 декабрь ике байрам булыуы асыҡланған: береһе Яңы йыл байрамы булһа, икенсеһе был малай ошо көндө тыуған. Бәлки, малай был бүләкте иҫенә төшөрөп,  киләсәктә полиция хеҙмәткәре булырға ла  теләр әле.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: