Тәнзилә Үҙәнбаеваның һәр йырҙы күңелгә үтеп инерлек итеп башҡарыуына һоҡланып туймаҫлыҡ! Бындай һәләт уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгәндер.
Күренекле йырсы оҙаҡ йылдар «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй. Йыр-моңдан тыш, бейеү, шиғыр, юморға һуғарылған, театрлаштырылған сығыштары, халыҡҡа яҡын булыуы менән арбай уны төркөм. Тәнзилә Үҙәнбаеваның үҙенсәлекле тауышын күптәр ярата. Шулай булмаҫлыҡмы ни, йырсы һәр йырға бөтә күңел йылыһын һала. Ул бар ғүмерен сәхнәгә, ижадҡа бағышлаған.
Тыуған ере – Мәләүез районы Түләк ауылының моңло һандуғасы ул. Ниндәй юғары баһаларға лайыҡ булһа ла ябай кеше булып ҡала белә.
Фото: Т. АМАНОВ.