Эрнст Рифғәт улының фәнни эшмәкәрлеге күҙ туҡымалары трансплантацияһының теоретик һәм ғәмәли аспекттарына, төрлө ауырыуҙарҙы хирургик дауалау өсөн биоматериалдар, трансплатация технологияларын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә арналған. Уның етәкселегендә аллоплант биоматериалының 100-ҙән ашыу төрө уйлап табылған, уларҙы ҡулланып бихисап операция эшләнгән. Улар Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ҡулланылышта индерелгән.
Фото: Т. АМАНОВ.