Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2022, 11:55

Селмуртты беләһегеҙме?

«Өфө районының Шамонин мәктәбендә IX класта уҡыйым. Атай менән әсәйем сығышы менән Ейәнсура районының Ибрай ауылынан булғас, йәйге каникул һайын унда ҡайтып йөрөйөм. Бында ҡартатайым менән өләсәйем, ҡәрсәйем йәшәй. Улар мине ҡыуанып ҡаршы ала, дуҫтарым да күп.

Селмуртты беләһегеҙме?
Селмуртты беләһегеҙме?

Ибрай ауылы ҙур ғына. Уның янындағы ерҙәр уңдырышлы булғас, күптән һөрөнтөгә әйләндерелгән. Шуға ла ауыл халҡы бесәнде, бында әйтеүҙәренсә, һыртта, йәғни тау башында әҙерләй. Тау башы тигәс тә, ауылдан ике саҡрымдай алыҫлыҡта оҙон, һөҙәк үҙәк бар. Ошонда һалынған юлдан барып сыҡһаң, тау башындағы тигеҙлеккә барып етәһең. Ҡартатайым миңә был һыртты «Йылайыр тигеҙлеге» тип аңлатты. Уның һөйләүенән тағы ла шуны белдем: көҙ көндәрендә Һүрәм буйында ямғыр ҡойһа, бында ҡар яуа икән. Шулай айырылып торғанға был ерҙе әүәле ҡарттар шулай атаған.

Ошо һырт буйлап утыҙ саҡрымдай барһаң, Йылайыр районының Ҡартлар Ыҙмаһы ауылына барып сығаһың. Әйткәндәй, унда урыҫтар йәшәй, ҡартатайымдың белеше Василий беҙгә лә тракторы менән бесән йыйып бирҙе. Һуңынан улар һөйләшеп ултырғанда шуға иғтибар иттем: ерҙәрҙең атамаһы уның телендә гел башҡортса ишетелә. Мәҫәлән, Көмөрө – Кумара, Әселе йорт – Селмурт, Әхмәткирәй ағы – Ахметкирай, Ҡабыҡ юлы – Кабык.

Тарих ул ерҙәрҙең атамаһында икән. Бына бит күпме йылдар үткән, ер-һыу атамаһы беҙгә үҙенең үткәнен һөйләй. Элек атай-олатайҙар ошо юлдан ат менән – Йылайырға, унан Темәскә йөрөгән. Өлкәндәр һөйләүенсә, граждандар һуғышы ваҡытында ауылда аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа торған. Улар ауыл кешеләрен яллап, ылау менән ошо тыныс юлдан киткән.

Ауылды текә, бейек тауҙар уратып алған. Шулар араһында бер генә үҙәк сағыштырмаса уңайлы. Оҙон булһа ла, әллә ни текә түгел. Ошо үҙәк буйынан юл һалынған. Элегерәк бынан йөрөү һәйбәт булһа, йылдар үтә килә йырын барлыҡҡа килә һәм юл бөтә. Кешеләр утынға һәм бесәнгә икенсе ерҙән йөрөй башлай. Тик унда тау текә, йөрөүгә уңайһыҙ була. Ауыл кешеләре кәңәшләшеп, өмә менән тау битен ҡаҙып, «Үгеҙ үлгән» үҙәгенән юл яһай. Бында тәүҙә ат менән генә үтерлек була, һуңынан трактор менән иркенәйтәләр һәм йөрөйҙәр. Был юл тау битенән яһалғас, барыбер хәүефле, бер нисә трактор упҡынға оса. Тәүге фажиғә шулай ҙа ҡыш бесән алып ҡайтып килгән ат йөгө менән була. Йәш ат тау ыңғайына йөктө тотмай, саба башлай, ҡаршы сыҡҡан хужа ялтанып өлгөрмәй, ат тәртә осо менән бәрҙереп китә.

«Үгеҙ үлгән» исеме лә бер нәҫел үгеҙенең ошо урында үлеүе менән бәйле икән, һуңынан бер ят шофёр бүрәнә менән фажиғәгә эләккәс, бер ни тиклем «Урыҫ үлгән» тип тә йөрөткәндәр. Хәҙер был исеме онотолған. Ауыл ҙур булғас, йәй ҙә, ҡыш та «Үгеҙ үлгән»дән юл ҡалмай, ауылда йәшәүселәр юлды тәрбиәләп тора: яҙ өмә менән йылға йырынын рәтләй, кәрәк урынына һыу үткәргес торба ҡуялар, ял итеү өсөн урын да эшләп ҡуйылған. Ғөмүмән, Ибрай ауылында эшкә тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй, утын-бесәнде лә ошо юлдан егермешәр саҡрымға тиклем йөрөп әҙерләйҙәр.

Шамил ИЛЕМБӘТОВ,

Шамонин мәктәбенең IX класс уҡыусыһы.

Өфө районы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в