Шуға ҡарамаҫтан, йылдам үҫешкән сәнәғәт, махсус иҡтисади зоналағы предприятиелар, шулай уҡ яңы биҫтәләр электроэнергия ҡеүәтен арттырыуҙы талап итә. Һуңғы 11 айҙа республика электростанциялары сәғәтенә 24 миллиард 421 миллион кВт электроэнергия етештергән .
7 декабрҙә Башҡортостанда Ҡарман ГРЭС-ның 3-сө энергоблогын файҙаланыуға тапшырҙылар. Был – Президенттың электр станцияларын яңыртыу буйынса программаһына ингән Рәсәйҙәге иң тәүге объекттарҙың береһе. Бынан һуң Ҡарман ГРЭС-ы ҡеүәттәре артасаҡ, яғыулыҡ сарыф итеү кәмейәсәк.
Был юлдың башы ғына. Башҡортостанда алдағы биш йылда Өфөнөң икенсе һәм дүртенсе йылылыҡ электр станциялары, Благоващендәге Өфө буйы станцияһы, Стәрлетамаҡ һәм Яңы Стәрлетамаҡ станциялары яңыртыласаҡ. Был пландар тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙғайны.
– Электр станцияларының электр ҡоролмалдарын яңыртасаҡбыҙ, яңы подстанциялар һәм туҡланыу үҙәктәре төҙөйәсәкбеҙ. Электр селтәрҙәрен һуҙыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙгә Урал аръяғындағы мәсьәләрҙе хәл итергә, гидроэнергетиканы үҫтереү пландарын тормошҡа ашырырға кәрәк.
Рәсәйҙең энергетика министры Николай Шульгинов әйтеүенсә, электроэнергияға хаҡтарҙың артыуы күмәртә баҙарына бәйле түгел һәм ул дәүләт контролендә. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле ул ысынлап та артҡан булған. Әммә 25 декабрҙән элекке кимәлгә ҡайтты, ти министр.