– Икмәктең нисек бешеүен,Благовещен заводында үткәргес торба арматураһының нисек эшләнеүен ҡаранылар. Тәьҫораттар әйтеп бөткөһөҙ, ә егеттәрҙең береһе буласаҡ һөнәре тураһында уйланып ҡуйҙы.
Благовещенда бындай маршруттар өсөн ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы яуап бирә, экскурсияға 8(34766) 2-28-86 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Был - беҙҙең өсөн яңы - сәнәғәт туризмы төрөнөң тәүге ҡарлуғастары. Ул Башҡортостанда яңы үҫешә башлай. Йүнәлеш бик перспективалы - республикабыҙҙа күрһәтерлек һәм һөйләрлек нәмәләр бар. Пландарыбыҙ ҙа бик ҙур.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының «Асыҡ сәнәғәт» сәнәғәт туризмы буйынса бөтә Рәсәй акселераторының 20 ҡатнашыусыһы иҫәбенә инде. Федераль хеҙмәттәштәр беҙгә Өфөлә (Өфө районы) һәм Благовещенда сәнәғәт туризмын үҫтерергә ярҙам итәсәк, – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.