Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2022, 13:00

Мәҙәниәт министры Сафинаның хыялын тормошҡа ашырҙы

Сафинаның күп тапҡыр Өфөлә  булып, дауаханала ятҡаны бар. Ул баш ҡалабыҙҙағы театрҙа, музейҙа булырға, «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынын ҡарарға  ла хыяллана ине. Ҡыҙҙың хыялын республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тормошҡа ашырҙы.

Мәҙәниәт министры Сафинаның хыялын тормошҡа ашырҙы
Мәҙәниәт министры Сафинаның хыялын тормошҡа ашырҙы

Ҡыҙ атаһы менән бергә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт  академия драма театрында үткән иртәлеккә саҡырыу алды. Бында уға мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Яңы йыл бүләген дә тапшырҙы. Тамаша бөткәс, Милли музейҙа ла булдылар,  шулай уҡ «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән Яңы йыл шыршыһында ла ҡатнаштылар.

Ҡыҙ үҙе лә бик һәләтле. Уҡырға ярата, фортепианола оҫта уйнай, Ҡаҙағстандағы «Астана классик» һәм Краснодарҙа уҙған «Уңышҡа юл» конкурстарында лауреат булған.

Әйткәндәй, «Теләктәр шыршыһы» акцияһы 15 декабрҙән 29 декабргә тиклем бара. Унда хатты [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәки «Башҡортостан» дәүләт концерт залына ингән ерҙә ҡуйылған  йәшниккә һалырға  була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: