-12 °С
Болотло
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, бөгөн республика буйынса 1500 уҡытыусы етмәй.
«Ауылда дефицит аҙыраҡ, ҡалала педагогтар күберәк етешмәй. Өфөлә 200-гә яҡын башланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк. Бына шундай һан», – тине Айбулат Хажин.
– Быйыл педагогия университеты маҡсатлы уҡытыу буйынса 200 студентты ҡабул итте. Улар юғары уҡыу йортонан һуң мәктәпкә бара, – тип өҫтәне министр.
Бынан тыш, Айбулат Хажин уҡытыусыларға ярҙам саралары тураһында ла һөйләне. Улар араһында - шифахана-курортта дауаланыуын ҡайтарыу, коммуналь түләүҙәр буйынса ташламалар, хеҙмәт хаҡын ҡайтанан ҡарау.