Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2022, 08:19

Телеграмдағы аккаунттарҙы урлау өсөн мутлашыусылар ниндәй схемалар ҡуллана?

Мәҫәлән, улар ҡулланыусыларға таныштары исеменән бүләк - «Телеграм Премиум»ға подписка ебәреү тураһында хәбәр ебәрә. Артабан аккаунт хужаларына авторизация өсөн код килә, бүләкте алыу өсөн ошо кодты индерергә кәрәк буласаҡ.

Телеграмдағы аккаунттарҙы урлау өсөн мутлашыусылар ниндәй схемалар ҡуллана?
Телеграмдағы аккаунттарҙы урлау өсөн мутлашыусылар ниндәй схемалар ҡуллана?

Әгәр кодты индерһәң, енәйәтселәр аккаунтҡа тоташа ала һәм унан ошондай уҡ хәбәрҙе бөтә исемлек буйынса ебәрә башлай. Шул уҡ ваҡытта ебәрелгән хәбәрҙәр аккаунт хужаһының үҙенә күренмәйәсәк.

Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы телеграм-аккаунтты хәүефһеҙ ҡулланыу маҡсатында шикле һылтанмаларға кермәҫкә, шулай уҡ ике факторлы аутентификация файҙаланырға кәңәш итә.

Бының өсөн түбәндәгесә эшләргә кәрәк:

1. Телефонда «Көйләү»ҙе («Настройки») асырға, "Йәшерен" («Конфиденциальность») тигәнгә күсергә.
2. «Ике этаплы аутентификация»ны һайларға.
3. Өҫтәмә һаҡланыу өсөн пароль уйлап табырға.
Ошо ғәмәлдәрҙән һуң мутлашыусылар аккаунтты урлай алмаясаҡ, сөнки бының өсөн код индереү генә етмәй, паролде хужа үҙе генә белә.

Һылтанма буйынса күсеп, код ебәргән осраҡта, нимә эшләргә:

- «Көйләү»ҙәге «Әүҙем сессиялар»ға инегеҙ һәм «Башҡа сеанстарҙы тамамлау» һылтанмаһына баҫығыҙ;
- ике факторлы аутентификацияны эшләтегеҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: