Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2022, 11:04

Ремонт эштәрен үткәреүҙе ата-әсәләр ҙә күҙәтеүҙә тота

«2023 йылда Башҡортостан ҡаҙнаһы» темаһына брифингтың тура эфирында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин объекттарҙа капиталь ремонт барышына һәм эштәрҙе башҡарыу сифатына күҙәтеүҙең нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне.

Ремонт эштәрен үткәреүҙе ата-әсәләр ҙә күҙәтеүҙә тота
Ремонт эштәрен үткәреүҙе ата-әсәләр ҙә күҙәтеүҙә тота

- Беренсенән, мәктәп теге йәки был ойошма подрядсыларын яллаһа,  район хакимиәте бер үк ваҡытта төҙөлөш өлкәһен күҙәтеүгә килешеү төҙөй. Был ойошманың муниципалитеттан йә  ситтән дә булыуы мөмкин. Был ойошма - профессиональ белгестәр, улар көндән-көн ремонт эштәрен башҡарыуҙың бөтә этаптарын башланғыс планға тап килеү-килмәүен ҡарай, - тип һөйләне Айбулат Хажин. – Беҙ баштан уҡ дөрөҫ эш иттек: контролдә тотоусы кешеләр сифатында ата-әсәләребеҙҙе йәлеп иттек. Һәр муниципалитетта шундай ата-әсәләр комитеты булдырылған, ул ремонт эштәрен үткәреү этаптарын контролдә тотоусы әүҙем кешеләрҙән тора. Һәм балалар был процеста, һис шикһеҙ, ҡатнаша. Бынан тыш, мәктәптә ремонт планлаштырғанда бөтә эскиздар ҙа, шул иҫәптән стеналарҙы буяу, эске һәм тышҡы яҡтан буяу - барыһы ла ата-әсәләр һәм беҙҙең уҡыусылар менән тулыһынса эшләнә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Республика ата-әсәләр советы ойошторолған, уның буйынса йәмәғәт ата-әсәләр контроле штабы ойошторолдо һәм эш планы раҫланды, мониторинг үткәреү алгоритмы һәм йәмәғәтселектең ошо сараларҙа ҡатнашыуы буйынса чек-лист әҙерләнде.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: