– Киләһе йылға һан тағы ла ла ҙурыраҡ буласаҡ. Республикала 77 мәктәп бинаһына ремонтланасаҡ. Һөҙөмтә ғәйәт ҙур: республикаға миллиардтар килә, – тип өҫтәне ведомство етәксеһе.
Республика ҡаҙнаһынан бөтә мәғариф объекттарын – мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, һөнәри белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға уртаса 600 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. 2023 йылда мәктәптәргә генә ремонт эштәрен башҡарыуға федераль ҡаҙнанан 3,6 миллиард һум бүленә. Шулай уҡ федераль программа буйынса ремонтланасаҡ биналарҙы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә финанслау ҡаралған: объекттарҙың (биләмәләрҙең) террорға ҡаршы яҡланғанлығы, мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереү, дәреслек һәм уҡыу әсбаптарын яңыртыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү/профессиональ ҡайтанан әҙерләү һәм башҡалар.