Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 18 декабрҙә Лилиә Исҡужинаның "Оҙонғолаҡтың яңы йыл мажаралары" әкиәте менән Яңы йыл марафоны башланды. 19 декабрҙә рус труппаһы тамашасыларға В.Гауфтың "Холодное сердце" балалар һәм өлкәндәр өсөн яңы йыл әкиәте премьераһын тәҡдим итте.
Марафон көндәрендә бик күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс Яңы йыл әкиәттәрен килеп ҡарарға мөмкин. Тамашалар башланыр алдынан һәр көн театр фойеһында сағыу биҙәлгән байрам шыршыһын уратып уйындар уйнау, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм бик күп әкиәттәр геройҙары менән танышыу, улар менән фотоға төшөү мөмкинселеге лә бар.
Байрам марафоны киләһе йылдың 8 ғинуарына, каникулдар аҙағына тиклем дауам итә, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.