Ошондай уҡ юғары наградаға яҙыусылар Флүр Ғәлимов, Ринат Камал һәм Камил Йыһаншин лайыҡ булды.
Яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның хеҙмәттәре Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм Салауат Юлаев ордены менән билдәләнде.
Тарихсы, яҙыусы Фәнис Янышев, шағир Рәшит Зәйнуллин, балалар яҙыусылары Рәшиҙә Бикмәтова һәм шағирә Лилиә Ҡәйепова «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме менән бүләкләнде.
Ихлас ҡотлайбыҙ!