Хеҙмәт стажы осорҙары һәм 2002 йылдан һуң түләнгән страховка иғәнәләре суммалары йәки ата-әсәнең береһенең йәш ярымға тиклем бала ҡарау осоро (ләкин дөйөм алғанда алты йылдан артыҡ түгел) коэффициенттарҙа иҫәпкә алына. Шәхси иҫәптәге мәғлүмәттәргә иғтибар итеү мөһим: балалар тураһында мәғлүмәттәрҙең булыу-булмауын тикшерергә кәрәк.
Буласаҡ пенсияның нисек формалашыуы һәм иҫәпләнеүе менән Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды сайтында танышырға мөмкин: vk.cc/cdWykf
Ә тупланған пенсия коэффициенттарын сайттағы шәхси кабинетта: vk.cc/54oLYz йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында белергә була: vk.cc/cdWysg
Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһындағы клиент хеҙмәттәренең адрестары: https://vk.cc/c1w9Ct
Пенсия фондының Башҡортостандағы бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 600-02-21.