Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышы үтте. Унда Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Сарала Башҡортостандан Рәсәй Федерация Советындағы сенаторҙар һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк Хөкүмәте ағзалары, башҡарма власть органдары һәм федераль ведомстволарҙың территориаль подразделениелары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, социаль, мәҙәни, мәғариф учреждениелары вәкилдәре, традицион конфессияларҙың лидерҙары, шулай уҡ махсус хәрби операциялағыларҙың ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡатнашты.
Радий Хәбиров киләһе йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан итте. Уның һүҙҙәренсә, һәр кем кесе Ватанына ниндәйҙер файҙа килтерергә теләй. Кемдер күберәк, кемдер аҙыраҡ, әммә һәр кем быны эшләһә, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ. Быны республика халҡы ҡуш ҡуллап ҡабул итер тип ышанам, тине республика Башлығы.