Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова үҙенең сәхифәһендә яҙған.
«Йә Хоҙай! Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тип теләгәнемде бирҙең бит! Шулай итеп, дуҫтар, уррррраааа! Минең Ҡунаҡҡоловтарыма газ үткәрергә кеше табылды! Ул йәш, шәп эшҡыуар, Әбйәлил егете АЙТУҒАН ФӘТТӘХОВ! Айтуган Фаттахов Йорттар төҙөү, газ үткәреү менән шөғөлләнә! Хәйриә эшмәкәрлеген даими алып бара!
Айтуған бөгөн Йәнекәй ауылына барып егеттәр менән танышты! Зәңгәр яғыулыҡ һуҙыуға сығымдарҙы иҫәпләне. Проекты, эше, кәрәк-ярағы менән бергә 200 мең һум тирәһе талап ителә. Айтуған төп сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға уйлай! Өҫтәүенә, үҙе һымаҡ йәш, ярҙамсыл дуҫтарын да йәлеп итергә ниәтләй! Әлбиттә, мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамынан да баш тартмайбыҙ. (Аҡсаны ошо номерға күсерергә мөмкин 8-967 750-78-83 -Айтуган Фаттахов) Ҡунаҡҡоловтар үҙҙәре лә пенсияһын газ тип төйнәп тора! Шунан ошо хәлде Яңы йыл мөғжизәһе тимәй, нимә тип әйтәһең! Ысындан-ысын мөғжизә!!!» - тип хәбәр итә Рәмзиә Кәримова.