Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2022, 21:11

Башҡортостан ауыл хужалығы проекттарын тормошҡа ашырыуға 600 миллион һум аҡса аласаҡ

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров федераль программалар тураһында һөйләне.

Башҡортостан ауыл хужалығы проекттарын тормошҡа ашырыуға 600 миллион һум аҡса аласаҡ
Башҡортостан ауыл хужалығы проекттарын тормошҡа ашырыуға 600 миллион һум аҡса аласаҡ

 

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ашығыс ярҙам машиналары һәм мәктәп автобустары паркын яңыртыу дауам итә. Киләһе йылдың башында төбәктәргә ошондай 2 мең транпорт сараһы бүленәсәк. Республика 14 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 45 мәктәп автобусы аласаҡ.

Шулай уҡ 1 ғинуарҙан малсылыҡ менән шөғөлләнән ойошмалар субсидиялар аласаҡ. Был маҡсатта 600 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Бынан тыш, «Агросәнәғәт продукциияһын экспортлау» проекты буйынса аграрийҙарға ярҙам итеү өсөн 12,6 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. 

Рәсәй Хөкүмәте 8 миллиард һумға яҡын аҡсаны инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға бүлә. Ул һөтсөлөк һәм итселек фермаларын, келәттәр, селекция һәм тоҡомсолоҡ үҙәктәрен төҙөүгә һәм ремонтлауға киткән сығымдарҙы ҡаплауға  йүнәлтелә. 

Шулай уҡ «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәрен дөйөм 900 миллион һум аҡса менән бүләкләү тураһында федераль бойороҡ сығарылды. Башҡортостанға 54 млн һум йүнәлтелә. Быйыл конкурста Салауат районының Миәшәгәр, Йылайыр районының Йылайыр һәм Краснокама Николо -Березовка ауылы хакимиәттәре еңеү яуланы. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в