Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2022, 07:57

Радий Хәбиров: Башҡортостан – асыҡ һауалағы ҙур этнографик музей

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың туристик йәлеп итеүсәнлеге тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров: Башҡортостан – асыҡ һауалағы ҙур этнографик музейq
Радий Хәбиров: Башҡортостан – асыҡ һауалағы ҙур этнографик музейq

Кисә Радий Хәбировтың «Вместе: РФ» телеканалына биргән интервьюһы хаҡында яҙғайныҡ.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙер туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп.

«Ошо ваҡиғалар башланғас (ковид, СВО), мин коллегаларға әйттем: туристик ағымды эләктереү өсөн башҡа бындай мөмкинлек булмаҫ, уның менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Кешеләр үҙебеҙҙәге тәбиғәт менән таныша башланы. Бынан алда беҙ Көнбайыш ҡалаларының урамдарын яҡшыраҡ белә инек. Хәҙер үҙебеҙҙең матур тәбиғәт һәм иҫтәлекле урындар менән танышырға ваҡыт. Әммә бының өсөн эшләргә кәрәк. Беҙ  был йүнәлештә алға киттек, туристик конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ. Беҙҙең мөмкинлектәр сикһеҙ. Башҡортостан – асыҡ һауалағы ҙур этнографик музейы бит ул. Бынан тыш, беҙҙең бай тарихыбыҙ бар. Был кешеләргә ҡыҙыҡлы, шуға күрә беҙгә киләләр», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: