Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2022, 11:00

Бәхил бул, ветеран!

Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәхмән Әбдрәхмәнов вафат булған.

Бәхил бул, ветеран!
Бәхил бул, ветеран!

Бөгөн Стәрлебаш районынан күңелһеҙ хәбәр килде – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәхмән Мөхәмәтғәле улы Әбдрәхмәнов мәрхүм булған. Уға 98 йәш ине.

Әбдрәхмән Мөхәмәтғәле улы Әбдрәхмәнов 1924 йылда Стәрлебаш ауылында тыуған. 1942 йылда 17 йәшендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә, 1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша. Ҡаһарман яугир II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңгән олоп» миҙалы һәм Сталиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Тыныс тормошта тыуған яғы өсөн хеҙмәт итә.

Яҡташтары Әбдрәхмән Мөхәмәтғәле улын тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Ул көслө рухлы, тормошто яратыусан, ғәҙел һәм намыҫсан кеше булған. Аралашыусан һәм ихлас күңелле булған.

Бөгөн Стәрлебаш халҡы ветеран менән хушлаша, матәм сараһы Стәрлебаш ауылы, Пролетар урамы, 14 адресы буйынса сәғәт 11-ҙә башлана.

Бәхил бул, ветеран!
Бәхил бул, ветеран!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: