Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2022, 22:25

Бәләбәйҙәрме, сибайҙармы? Кемеһе еңеүсе булыр?

Ғәҙәттәгесә, бәләбәйҙәр  иң алда елә. Көнө-төнө тырышып, бер кемде лә уҙҙырмайҙар.  Уларҙың 1739 тауыш. Һай, афариндар ҙа инде! Сибайҙар байтаҡҡа ғына артта ҡалды. Шулай ҙа икенсе урында киләләр. Кисә ишембайҙар өсөнсө урында булһа, бөгөн ялда ейәнсуралар бик тырышҡанлығы күренә. 1133 тауыш йыйып, өсөнсө урынға күтәрелгәндәр. Тырышһаң, булдырып була бит. Ишембайҙар – дүртенсе урында, әлшәйҙәр бөтөнләй түбәнгә тәгәрәне, бишенсе баҫҡысҡа төштөләр. Ә  стәрлетамаҡтар бөгөн бөтә таныш-тоноштарын эшкә еккән, күрәһең. 1066 тауыш йыйғандар. Тағы тырышһалар, бәлки, алғы рәткә лә сығырҙар. Ярыш шулай дауам итә. Ваҡыт аҙ ҡалып бара. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар!

Бәләбәйҙәрме, сибайҙармы? Кемеһе еңеүсе булыр?
Бәләбәйҙәрме, сибайҙармы? Кемеһе еңеүсе булыр?

Тауыш биреү 12 декабргә тиклем дауам итә, ошо һылтанма буйынса  https://vk.com/app7198399_-35065816#poll638f1e3445662.. тауыш бирә алаһығыҙ. Еңеү яулаған белем усағы хаҡында мәҡәлә гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в