Электрон хеҙмәт кенәгәһе Дәүләт хеҙмәттәре порталында https://esia.gosuslugi.ru/ һәм Рәсәй Пенсия фонды порталында шәхси кабинет аша https://es.pfrf.ru/#services-f һанаулы ваҡыт эсендә мәғлүмәт менән танышыу мөмкинлеге бирә. Кабинетта һанлы документ рәүешендә мәғлүмәт алырға, шулай уҡ хеҙмәт кенәгәһенә индерелгән үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға, хата киткәндә, эш биреүсегә мөрәжәғәт итеп, мәғлүмәттәрҙе төҙәтергә мөмкин.
Кәрәк булғанда электрон хеҙмәт кенәгәһе мәғлүмәттәрен ҡағыҙ белешмә рәүешендә бирә алалар. Быны әлеге йәки элекке эш биреүсе (һуңғы эш урыны буйынса), шулай уҡ Рәсәй Пенсия фонды идаралығы йәки Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре эшләй ала. Хеҙмәтте теләгән бүлексәлә алырға мөмкин, ул йәшәү йәки эшләү урынына бәйле түгел.
Электрон хеҙмәт кенәгәһенән алынған ҡағыҙ һәм электрон белешмәләр юридик яҡтан бер төрлө көскә эйә һәм теләгән бер ойошмаға ҡайһыныһын булһа ла тапшырырға мөмкин.
Башҡортостанда 91 023 кеше эш биреүсе тарафынан хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында электрон мәғлүмәт биреүҙе һорап ғариза яҙған. Йыл башынан Рәсәйҙә йәшәүсе ике миллионға яҡын кеше электрон хеҙмәт кенәгәһенә күскән.