Байрам бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.
Был көндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күптән көтөлгән "Аҡмулла" спектакле премьераһы була. Әлеге мәлдә театрҙа ҡыҙыу әҙерлек мәлдәре. "Ашҡаҙар" радиоһының тура эфирындағы "Беҙҙең донъя" тапшырыуындағы сығышында спектаклдең режиссеры Рөстәм Хәкимов әйтеүенсә, театрҙың был спектакле мәғрифәтсенең тормошо һәм ижадын, иҫкермәҫ идеяларын сағылдырмаҡсы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спектакль өҫтөндә автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, балетмейстер – Башҡортостандың халыҡ артисы Сулпан Асҡарова, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй.