Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел дауамында белгестәр 4,1 миллион гектар майҙанда урман фондын авиация ярҙамында күҙәткән. Ошо маҡсатҡа республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолеты һатып алынған.
Ерҙәге хәлдәр ҙә ныҡлы күҙәтеүҙә тотола. Дәүләт урман инспекторҙары урман фондында 20,8 мең патруллек итеү ойошторған, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән ведомство-ара эш итеү сиктәрендә 1600 рейд ойошторған.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 2021 йылдан «Урманды һаҡлаусы» урман янғындарын күҙәтеү системаһы» проектын тормошҡа ашыра. Ошо ваҡыт эсендә Белорет, Бөрйән (ике комплекс), Учалы һәм Мәләүез райондарында 5 видеомониторинг комплексын ҡуйғандар ҙа инде.
Урман янғындарын булдырмау буйынса башланған эш киләһе йылда ла дауам иттереләсәк. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, 2023 йылда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғансы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре урман янғындарын иртә асыҡлау системаһының 12 видеокамераһын ҡуя.
Фото: Т. АМАНОВ.