Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 08:43

Ижади теләктәр тормошҡа ашырыласаҡ!

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Ижад теләктәр шыршыһы»  акцияһын ойоштора.

Ижади  теләктәр тормошҡа ашырыласаҡ!
Ижади теләктәр тормошҡа ашырыласаҡ!

Акцияла ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлештә матди булмаған теләктәр ҡабул ителә:

«Роль» кеүек теләк («Мин спектаклдә, фильмда уйнарға, сәхнәлә танылған артист менән сығыш яһарға хыялланам»); «Осрашыу» кеүек теләк («Билдәле артист, йырсы, спортсы һәм башҡалар менән осрашырға хыялланам»); «Маҡсат» кеүек теләк («Мин сәхнә артындағы күренештәрҙе күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡа), Кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.

«Быйыл беҙ ҡатнашыусыларҙың һәм балаларҙың теләктәрен башҡарыусыларҙың сиктәрен бер аҙ киңәйтергә ҡарар иттек. Акцияла ҡатнашыу өсөн быйыл беҙгә Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балаларҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын саҡырабыҙ. Теләктәрҙе үтәүселәр сифатында йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәрен, депутаттар һәм теләгән һәр кемде йәлеп итергә теләйбеҙ. Яңы йыл байрамы һәм шатлыҡ бүләк итербеҙ, тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ бик күп акциялар үткәрәбеҙ, улар аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Минеңсә, хәҙер, илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа эшләгән барлыҡ эштәребеҙ ҙә бик мөһим», - тип билдәләне партияның төбәк бүлексәһе сәркәтибе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Теләктәр 15 декабрҙән 29 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50 адресы буйынса «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниктә ҡабул ителә. Проект координаторының телефоны: 8 (347) 273-72-54.

Ҡатнашыу өсөн үҙеңдең ижади хыялыңды яҙырға, үҙеңдең исем-фамилияңды, атайыңдың исемен һәм телефон номерыңды күрһәтергә кәрәк.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в