Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөлә «Лекторҙар лигаһы» конкурсын үткәрәсәк.
Быйыл Өфө Рәсәйҙең башҡа 75 ҡалаһы менән бер рәттән Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ойошторған «Лекторҙар лигаһы» конкурсының төбәк этабын ҡабул итә.
Унда онлайн һайлап алыуҙы үткән уҡытыусылар ҡатнашасаҡ. Бынан алда жюри иң яҡшы видеолекциялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләгәйне. Хәҙер ярышсыларҙың бурысы – халыҡ алдында сығыш яһау. Уларҙы «Лекторҙар лигаһы» төбәк эксперт советы ағзалары баһалаясаҡ. Конкурстың төбәк этабында еңеүселәр артабан йәнә онлайн-этапҡа үтә, унда эскперттар ғына түгел, тамашасылар ҙа баһа бирәсәк.
«Лекторҙар лигаһы» конкурсының төбәк этабы 22-25 ноябрҙә Өфөлә ике майҙансыҡта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогик компетенциялар технопаркында һәм Өфө Фән һәм технологиялар университетының төп корпусында уҙасаҡ. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың оҫталығын, материалды еткерә белеүен, дөйөм мәҙәниәтен һәм лекцияһының ориганеллеген баһалаясаҡ.
Конкурстың төбәк этабында 22 лектор ҡатнашасаҡ. Улар араһында бер нисә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, банк хеҙмәткәре, бер нисә психолог, эшҡыуарҙар һәм ике студент бар. «Лекторҙар лигаһы» һәр кемгә тигеҙ мөмкинлектәр бирәсәк, ә уларҙы тыңлаусылар һайлап аласаҡ.