Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2022, 10:55

Сахалинда газ шартлағас биш ҡатлы йорт емерелгән!

Фажиғә Тымовское ҡасабаһында булған. Йорттоң бер өлөшө беренсенән бишенсе ҡатҡа тиклем емерелеп төшкән. Дүрт кеше үлгән, туғыҙы йәрәхәтләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта бар.

Сахалинда газ шартлағас биш ҡатлы йорт емерелгән!
Сахалинда газ шартлағас биш ҡатлы йорт емерелгән!

Ғәҙәттән тыш хәлгә газ баллондарын дөрөҫ һаҡламау килтергән тиҙәр. Әле ҡотҡарыусылар емереклектәрҙе тикшерә. Тәфтишселәр һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә сәбәпсе булыу һәм мөлкәтте юҡ итеү статьялары буйынса енәйәт эштәрен асҡан.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: