Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2022, 13:00

Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

18 ноябрҙә  Башҡортостанда Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө үтәсәк. Республика биләмәһендә 59 үҙәк эшләйәсәк, шуларҙың 11-е Өфөлә урынлашҡан.

Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк
Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк

Граждандарҙы юристар ассоциацияһы ағзалары, адвокаттар, БР Прокуратураһы, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы, БР Дәүләт юридик бюроһы хеҙмәткәрҙәре, юристар ҡабул итәсәк. Бынан тыш, барлыҡ ҡала һәм райондарҙа нотариустар үҙҙәренең эш урындарында бушлай консультация бирәсәк. Юристарға төрлө хоҡуҡи һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө барышында хоҡуҡи ярҙам һорап 500-гә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Кешеләр квалификациялы консультациялар, процессуаль документтар әҙерләүҙә ярҙам алған.

Бушлай юридик ярҙам үҙәктәренең эш графигы менән түбәндәге һылтанма буйынса https://alrf-rb.ru/tpost/za55yrc9c1-18-noyabrya-vo-vserossiiskii-edinii-den танышырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: