Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2022, 08:00

Бөгөн – Бөтә донъя изгелек көнө

Халҡыбыҙҙа изгелек хаҡында бик  матур мәҡәлдәр ҙә бар: «Изгелек ҡыл да һыуға һал, балыҡ күрер, балыҡ күрмәһә, халыҡ күрер», «Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ». Уйлап ҡараһаң,  изгелек эшләү бик ябай, ул аҡса менән үлсәнмәй, ҡайһы берҙә  күп ваҡыт һәм көс тә талап итмәй.  Хатта таныш булмаған кешегә йылмайыу ҙа мөғжизә тыуҙыра ала.  Изге эштәр барыбыҙҙың да кәйефен күтәрә.

Бөгөн – Бөтә донъя изгелек көнө
Бөгөн – Бөтә донъя изгелек көнө

Әйткәндәй, йыл һайын 13 ноябрҙә күп илдәрҙә Бөтә донъя изгелек көнөн билдәләү изге йолаға әүерелгән. 1998 йылда Токиола Бөтә донъя изгелек хәрәкәтенең 1-се конференцияһын асыу көнө байрам итеп һайланған. Был сарала Австралия, Канада, Япония, Таиланд, Сингапур, Бөйөк Британия һәм АҠШ вәкилдәре ҡатнаша, һуңынан хәрәкәткә башҡа илдәр ҙә ҡушыла.

«Бөтә донъя изгелек хәрәкәте» ойошмаһы Японияла бер йыл элек алдан, 1997 йылда, ойошторола  һәм йылдан һайын изге эштәргә дәртләндергән ирекмәндәрҙе һәм төрлө илдәрҙән изгелек хәрәкәте фекерҙәштәрен үҙенә  йыя.  Бөгөн уларға бөтә теләүселәр ҙә ҡушыла ала. Ни тиһәң дә, был хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың төп аралашыуы интернет ярҙамында бара, бында улар үҙҙәренең ресурстарында изге эштәр идеялары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу алымдары хаҡында һөйләй. Тап ошо ойошмала ҡатнашыусылар бындай иҫ киткес байрам ойошторорға тәҡдим итә лә  инде. Рәсми рәүештә Бөтә донъя Изгелек көнө Сингапурҙа 2000 йылда  Изгелек хәрәкәтенең 3-сө конференцияһында булдырыла.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: