Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2022, 16:34

Мигрень алдынғылар ауырыуымы?

Мигрень  менән Ер шарындағы халыҡтың 10 процентынан 30 процентына тиклем ауырый.  Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был сир менән ғәҙәттә  үҙенә яуаплылыҡ алырға яратыусы,  талапсан һәм юғары һөҙөмтәләргә ынтылыусы кешеләр ауырый. Йәғни  уҡыуҙа ғына түгел, һәр эштә лә алдынғы булырға теләүселәр.

Мигрень алдынғылар ауырыуымы?
Мигрень алдынғылар ауырыуымы?

 

Сәбәбе  һәм ауырыуға этәреүсе факторҙар

Мигрень, йәки икенсе төрлө әйткәндә, гемикрания (грек теленән тәржемә иткәндә, hemi – ярты һәм kranion – баш һөйәге тигәнде аңлата) кешеләрҙе күберәк бала саҡта  йәки йәшлек осоронда зарарлай. Сирҙең иң аҙған  ваҡыты 20 – 35 йәшкә тура килә. Ауырыу күберәк нәҫелдән күсә, 90 процент осраҡта кемдәрҙең ата-әсәһе ошо ауырыу менән яфаланған, балаларында ла шул уҡ сир күҙәтелә.  Йәш барған һайын  ауырыу үҙен ныҡ һиҙҙермәй, әммә ул гипертония сиренә әүерелә һәм баш мейеһендәге ҡан тамырҙарының күп өлөшөн зарарлай. 

Сир хаҡында ғалимдарҙың фекере төрлөсә. Нәҫелдән күсәгилешлектән тыш, улар, өс сатлы нервының айырым патологияһы, тромбоциттарҙың функцияһы үҙгәреүе, ҡанда серотонин гормонының күләме был сиргә сәбәпсе, тип фаразлай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы әлегә уларҙың береһе лә был ауырыуҙы дауалап, унан тулыһынса арыныу ысулын уйлап сығармаған.

Мигрень өйәнәгенә төрлө факторбулышлыҡ итә: тәмәке тартыу, тынсыу бүлмә, һауа баҫымының үҙгәреүе, стресс, гормональ баланстың үҙгәреүе.  Шулай уҡ төрлө аҙыҡ һәм эсемлектәр ҙә уның көсәйеүенә этәрә. Мәҫәлән, сәтләүектәр, ыҫланған ризыҡтар, помидор, сыр, экзотик емештәр, тәмләткестәр, ҡәһүә, кола, алкоголе эсемлектәр һ.б.

Гормональ фондың үҙенсәлектәренә бәйле, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәргә ҡарағанда, 2,5 тапҡырға күберәк ауырый. Йыш ҡына ҡыҙҙарҙың тәүге күреме килгән ваҡытта  башлана ул. Ауырлы ваҡытта сир сигенә. Бала имеҙеү ҡатынды мигрень криздарынан һаҡлай. Әммә һуңынан сир тағы ла көсәйеп әйләнеп ҡайта. Айырыуса климакс осоронда ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ яфалана. 

Мигрендең билдәләре бик ябай, шунлыҡтан диагнозды ла тиҙ генә билдәләп була. Өйәнәге үткәс, кеше үҙен бик яҡшы тоя, ремиссия осоронда ауырыу уларҙың эшмәкәрлегенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Әммә ниндәйҙер бер ваҡытта сәбәпһеҙ-ниһеҙ йәки берәй факторҙың йоғонтоһонан һуң бер нисә сәғәт үтеүгә, мигрень өйәнәгенең тәүге билдәләре беленә башлай. Кешене хәүеф тойғоһо биләп ала, ҡолағы-башы тоноп ҡалғандай була. Уның артынса баштың яртыһын һулҡылдап торған ауыртыу биләп ала һәм күп тә тормай ул түҙеп торғоһоҙ ауыртыуға әүерелә.

Мигрень кризын йыш ҡына көслө теш һыҙлауы менән сағыштыралар. Еңелсә башты бороу, ҡараштарҙы бер нәмәгә төбәү ҙә  маңлайға һәм сикәгә сөй ҡаҙалған кеүек тәьҫир итә. Йоҡо баҫа, әммә башҡа уңайлы урын табып булмай. Ҡалтырата башлауы, йөрәк тибешенең көсәйеүе, тамаҡ кибеүе, бөтә тәндең тирләүе лә – был ауырыуға хас билдәләр.  Мигрень өйәнәге уҡшытып, ҡоҫтора башлауы менән тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал.

Мигрень менән яфаланыусылар шулай уҡ насар еҫ тойоуына (һаҫыған ит, боҙолған йомортҡа һ.б), күҙ алдында төрлө сағыу нөктәләр барлыҡҡа килеүенә йәки кинәт күреү һәләтенең насарайыуына зарлана.  Өйәнәк ваҡытында ҡайһы бер кешеләрҙә ишетеү һәләте лә насарая.

Ауырыу башланған осорҙа  ҡан баҫымы  күтәрелмәй, хатта  криз ваҡытында бер аҙ төшөүе күҙәтелә. Был иһә ҡан тамырҙары дистонияһының асыҡ билдәһе, олоғая килә ул  гипертонияға әүерелә. Дөрөҫ дауалау курсы тәғәйенләмәгәндә, мигрень өйәнәгенең 12 сәғәттән 72 сәғәткә тиклем дауам итеүе ихтимал.

Мигрень өйәнәген туҡтатып буламы?

Ауырыуҙы ваҡытында иҫкәртеп буламы? Булмаһа, ауыртыуҙы нисек баҫырға мөмкин?

Бының өсөн үҙеңдең организмыңа ҡарата бик иғтибарлы булырға кәрәк. Криз башланырҙан 10 – 12 сәғәт алда көндөҙ йоҡо баҫып, юҡтан ғына арып, ҡолаҡ тоноуын һиҙергә мөмкин. Торараҡ күреү һәләте насарая, ҡолаҡ бөтөнләй ишетмәй башлай. Ауырыуҙың ошо билдәләре  беленеү менән  урамға саф һауаға ( иң яҡшыһы паркка йәки йылға-күл буйына)  сығырға, һәм  башҡа ҡан  барышын яҡшыртыу өсөн,  ул - был яҡҡа борғолап, атлап йөрөргә.  2000 – 3000 аҙым үтеүгә баш ауыртыуы баҫыла.  Өйгә ҡайтҡас иһә лимонлы сәй эсеп, бер-ике киҫәк банан, шоколад ашарға ярай.

Әгәр ҙә саф һауала ла баш ауыртыуы бөтмәһә, өйгә ҡайтҡас, креслоға арҡаны һөйәп  ултырып, елкәгә VII умыртҡа һөйәге тәңгәленә горчичник (ҙур түгел)  ҡуйырға мөмкин. Өҫтөнә таҫтамал ябып, утты һүндереп,  ҡараңғыла  күҙҙәрҙе йомоп, ял итеп алырға кәрәк. Ошонан һуң бер сәғәт ваҡыт үтеүгә лә ауыртыу баҫылмаһа,  дарыу эсергә була. Ярты төймә «Пенталгин», «Седалгин» йәки «Коделак» менән   лимонлы сәй эсергә.  Бынан һуң баш ауыртыуы баҫылһа, йоҡларға ятырға мөмкин.  Иртәнсәк йылы ванна инеү файҙалы һәм  мигрень өйәнәге башланған ваҡыттан алып күберәк  шыйыҡлыҡ эсергә кәрәк: гөлйемеш, мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле төнәтмәһе, лимонлы сәй һ.б.

Ә мигрень өйәнәген иҫкәртеү өсөн тынсыу бүлмәлә ҡалыуҙан һаҡланығыҙ, дөгө, картуф иҙмәһе, ыҫланған ит, балыҡ кеүек ризыҡтарҙан баш тартығыҙ, ҡыҙыл шарап та ярамай.  Шулай уҡ эхинация менән дауаланыу курстары үткәреп алыу ауырыуҙы иҫкәртергә ярҙам итә.

Ошо һаҡланыу ысулдарын ҡулланғанда, мигрень өйәнәге йыш борсомаҫ,  ул  булған ваҡытта ла еңелерәк үтер.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: