Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2022, 09:35

Тәнзилә апайҙы ҡыуандырғандар

Ейәнсура районының Ибрай ауылынан Тәнзилә апай Уликанованы  ҡыуандырып, ауыл биләмәһе егеттәре Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтов менән утын алып килгән. Был хаҡта ул  социаль селтәрҙә бүлешеп яҙған.  

Тәнзилә апайҙы ҡыуандырғандар
Тәнзилә апайҙы ҡыуандырғандар

– Бөгөн мине ҡыуандырып киттеләр әле. Ауыл биләмәһе егеттәре ауыл хакимиәте башлығы менән бергәләшеп утын алып килделәр! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Күк йөҙө аяҙ, донъялар имен булып, беҙҙең балалар иҫән-һау ҡайтып инһендәр, Алла бирһә! – тип яҙа ул.

Тәнзилә апайҙың улы  мобилизацияға алынған. Башҡа әсәйҙәр кеүек, ул да изге теләктәр генә теләй. Әйткәндәре ҡабул булһын, донъяларыбыҙ тынысланып, махсус хәрби операцияға алынған ир-егеттәргә иҫән-һау ҡайтырға яҙһын.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: