Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 08:30

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бушлай яңы белем алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре федераль бюджет иҫәбенә илдең иң яҡшы юғары ижади уҡыу йорттарында квалификация күтәреү курстары үтә ала. 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бушлай яңы белем алыу мөмкинлегенә эйә
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бушлай яңы белем алыу мөмкинлегенә эйә

Йыл һайын Рәсәйҙә 40 мең мәҙәниәт хеҙмәткәре Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты һәм Ваганова исемендәге рус балеты академияһы кеүек илдең иң яҡшы юғары ижади уҡыу йорттарында бушлай белем ала. Бының өсөн «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса уҡыу йорттарында өҙлөкһөҙ белем алыу өсөн 19 үҙәк асылды: http://vk.cc/chxZGZ Программала дәүләт һәм шәхси учреждение хеҙмәткәрҙәре - китапханасылар, музей һәм клуб хеҙмәткәрҙәре, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнаша. Уҡыуға нисек яҙылырға? - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәгенә электрон форма аша квалификацияңды күтәрергә теләүең хаҡында хәбәр итергә кәрәк: https://vk.cc/ciotNt - Ғариза һайланған белем биреү һәм квалификация күтәреү үҙәгенә ебәрелә. - Бынан һуң ғаризаны һәм кәрәкле документтар пакетын үҙәккә тапшырырға кәрәк. Тулы исемлекте белем биреү учреждениелары сайттарында табырға мөмкин. - Уҡыуҙар башланыуы тураһында мәғлүмәт ғаризала күрһәтелгән электрон почтаға килә. Курстарҙы тамамлағандан һуң билдәле өлгөлә квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Квалификация күтәреү:  яңы эш алымдарын үҙләштерергә,  мәҙәниәт өлкәһендәге үҙгәрештәргә яраҡлашырға,  заманса мәҙәни продукт булдырыу оҫталығын камиллаштырырға,   хеҙмәткәрҙең мөмкинлектәрен асырға юл аса. 2023 йылға Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән ғаризалар йыйылған, резерв исемлеккә яҙылыу бара. Ҡатнашыусыларҙың исемлеге 2022 йылдың аҙағында өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәктәренә ебәреләсәк. 2024 йылға ғаризалар 2023 йылдың көҙөндә ҡабул ителә башлай. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге:   Сайт: http://rumcrb.ucoz.ru/   Квалификация күтәреү курстары мәсьәләләре буйынса электр почта: [email protected]   Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 235-78-16, 233-59-00  

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: