Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2022, 21:30

Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ

Бөгөн Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендә Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашыбыҙ, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" ордены кавалеры Илшат Әсҡәт улы Ғәлинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ
Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ

Бөгөн Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы мәктәбендә Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашыбыҙ, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" ордены кавалеры Илшат Әсҡәт улы Ғәлинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Мәктәптә уҡып сыҡҡан һәр бала беҙҙең өсөн ҡәҙерле.
Илшат мәктәптә уҡыған саҡта тыныс, баҫалҡы, ҡатынҡы, бер аҙ ҡырыҫ холоҡло булып хәтерҙә ҡалған. Бәләкәстән хәрби булырға хыяллана торғайны.
Был махсус хәрби операцияның иң ауыр өлөшө тап ошондай йәш егеттәр иңенә төштө. Беҙ хәҙер йәштәр булдыҡһыҙ тип әрләргә яратһаҡ та, тап улар үҙ өлөшөнә төшкәнде намыҫ менән күтәрҙе. Аллаға шөкөр, ауылдан, райондан дезертир йәки ҡурҡаҡ исеме күтәреп ҡайтыусылар юҡ. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс, әгәр ошондай алама күренеш була торған булһа, туғандарына, ауылдаштарына, районға ҡайһындай хурлыҡ килер ине. Рәхмәт был егеттәргә. Ошондай хурлыҡтан аралаған өсөн. Киреһенсә, Илшат һымаҡ геройҙар беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.
Район, республика алдында тап ошондай егеттәр арҡаһында беҙҙең йөҙөбөҙ яҡты, намыҫыбыҙ таҙа.
Таҡтаташтан баҫалҡы йылмайып ҡараған йәш һалдат беҙҙән һорай төҫлө:
-Беҙ ил өсөн ғүмерҙе бирҙек, ә һин ил өсөн ни эшләнең?
Был таҡтаташ ҡайғы яңыртыу өсөн түгел, ә йәш яугирҙәр тураһында хәтерҙе мәңгелек итһә ине. Мәктәпкә ингән һәр кем фотоға ҡарап ғорурланып, беҙҙең уҡыусы, беҙҙең ауылдаш, беҙҙең ағай тип һоҡланып үтер тип ышанабыҙ.

Ш. Ғәликәев.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: