Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2022, 19:40

Өфөлә шыйыҡ азот менән шоу мәлендә баланың ҡулдары янған

Тыуған көн байрамында балалар аниматорҙар шоуында ҡатнашҡан. Сара 6 йәшлек малай өсөн күңелһеҙ тамамланған.

Өфөлә шыйыҡ азот менән шоу мәлендә баланың ҡулдары янған
Өфөлә шыйыҡ азот менән шоу мәлендә баланың ҡулдары янған


Аниматор ҡыҙ кәстрүлгә попкорн һалып өҫтөнә шыйыҡ азот ҡойған һәм балаларҙың устарына бүлеп һалған. Балалар попкорн менән һыйланғанда ауыҙҙарынан төтөн сыҡҡан. 
Малайҙың әсәһе Розалина Х. һөйләүенсә, шоу алдынан балалар менән хәүефһеҙлек инструктажы үткәрелмәгән. Программа мәлендә шыйыҡ азот торған өҫтәлгә балаларҙың яҡын килеүе сикләнмәгән.
"Улымдың улына попкорн һалғас та, ул ауырта тип ҡысҡыра башланы. Беҙ уның менән ҡул йыуырға йүгерҙек. Ләкин был ярҙам итмәне һәм травмпунктҡа мөрәжәғәт иттек".

Баланың ике ҡулы ла янған, әлегә ул көн дә яраларын бәйләтергә йөрөй һәм өйҙә ултырырға мәжбүр. Розалина улының усына попкорн менән бергә шыйыҡ азот эләккәндер тип күҙаллай: "Шунлыҡтан минең улымдың ғына усы янғандыр", - ти ул.
Ғәҙәттән тыш хәл булған студияла ситуацияны инҡар итмәйҙәр. Уларҙың фекеренсә, малай попкорнды ҡулдарында оҙаҡ тотмайса шундуҡ ауыҙына һалһа, был хәл булмаҫ ине. Зыян күреүселәргә компенсация рәүешендә өйҙәренә килеп икенсе шоу-программа эшләргә тәҡдим иткәндәр, ләкин ғаилә баш тартҡан.
"Шыйыҡ азот, әгәр уның менән дөрөҫ эш итһәң, хәүефһеҙ. Шулай ҙа беҙ бындай шоуҙы башҡа үткәрмәҫкә булдыҡ. Балалар һыйланмай ғына аниматор тәжрибәләр үткәргәнен ҡарап ултырасаҡ", - тип хәбәр итте студияның менеджеры Лиана Засеева.

Закон буйынса, шыйыҡ азотты күңел асыу маҡсатында ҡулланырға ярамай. Байрам агентстволарының эшмәкәрлеге лицензияланмай һәм контролдә тотолмай, шунлыҡтан улар бының менән иркен файҙалана.
Балаларын зыян күреүҙән һәм ағыуланыуҙан, ошондай шоу-программаларҙы ойошторған агенстволарҙы саҡырмай йәки сара мәлендә шыйыҡ азот янына яҡын юлатмайса, бары тик ата-әсәләр генә һаҡлай ала.

Фото Розалинаның шәхси архивынан.

Автор:Гөлназ Хужахмәтова
Читайте нас: