Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2022, 19:15

Өфө сәнғәт училищеһын (колледжын) Шамил Абдраҡов етәкләне

Баш ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығының элекке етәксеһе Шамил Абдраҡов бынан ары Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры вазифаһын башҡарасаҡ.

Өфө сәнғәт училищеһын (колледжын) Шамил Абдраҡов етәкләне
Өфө сәнғәт училищеһын (колледжын) Шамил Абдраҡов етәкләне

Белешмә:

Шамил Абдраҡов 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юриспруденция» һөнәренә уҡыған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Мәләүез хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә белгес булып башлаған. Ошонда уҡ йәштәр эштәре комитеты, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын биләгән. 2012 йылда Салауат музыка колледжы директоры итеп тәғәйенләнгән. 2013 йылдан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләне. Шамил Абдраҡов быйыл 22 июлдә 2019 йылдың мартынан Өфө мэрияһында биләгән вазифаһын ҡалдырҙы.

Өфө сәнғәт училищеһының элекке директоры Лидия Воробьева хәҙер баш ҡаланың Камаев исемендәге 2-се балалар музыка мәктәбендә етәксе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: