Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2022, 16:50

Радий Хәбиров хирург Вил Тимербулатовҡа һәм Донбаста эшләгән беҙҙең табиптарға рәхмәтен белдерҙе

Төбәк етәксеһе соцселтәр сәхифәләрендә ошолай тигән: - Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күптәре фотоһүрәттә беҙҙең медицина аҡһаҡалын, талантлы ғалим һәм хирург Вил Мамил улы Тимербулатовты таныйҙыр. Ә был фотографияны бөгөн Донбастың бер ҡалаһында операция бүлмәһендә төшөргәндәр.

Радий Хәбиров хирург Вил Тимербулатовҡа һәм Донбаста эшләгән беҙҙең табиптарға рәхмәтен белдерҙе
Радий Хәбиров хирург Вил Тимербулатовҡа һәм Донбаста эшләгән беҙҙең табиптарға рәхмәтен белдерҙе

Бөгөн һәр кем үҙ юлын һайлай. Кемдер тик ултыра, бәғзеләр өндәшмәй, ә ҡайһы берәүҙәр барыһын да ташлап, үҙенең күп йыллыҡ медицина тәжрибәһен һәм талантын мохтаждарға уртаҡлаша.

Хөрмәтле Вил Мамил улы, һеҙгә рәхмәт! Беҙҙең ватандаштарҙы - Донбасс халҡын ҡотҡарыусы һәм үҙҙәренең героик эшен башҡарыусы беҙҙең барлыҡ табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: