- Тармаҡтағы инвесторҙарға ярҙам итеү моделе уңышлы эшләй, ваҡыт ҡатмарлыҡтары булһа ла, улар тарафынан "һыуыныуҙы" күрмәйем, - тине ул. – Мәҫәлән, малсылыҡта беҙ эре һөтсөлөк комплекстарын булдырыуҙы маҡсат иттек - был БР Башлығы Радий Хәбировтың "сентябрь указы"на ярашлы эшләнә. Беҙҙә 2024 йылға ҡарай 21 һөт комплексы сафҡа инергә тейеш. Әле уларҙың 17-һе эшләй башлаған йәки төҙөлөшө әүҙем бара.
Илшат Фазрахманов белдереүенсә, инвестицияларҙың уңышлы миҫалы - Йәрмәкәй районындағы «Северная нива Башкирия» комплексы. Унда аҫралған 2800 һыйырҙан көндәлек тулайым һауым тәүлегенә 100 тонна тәшкил итә, һәр һыйырҙан 40 кг һөт һауалар.
- Беҙ бының кеүек күрһәткестәр тураһында яңыраҡ тик хыяллана инек, - тине ул.