Башҡортостанда инфляцияның аҡрынайыуына нимә йоғонто яһай?
Аҙыҡ-түлек өлөшөндә хаҡтарҙың артыуын тотороҡландырырға йәнә йәшелсә-емеш продукцияһы тос өлөш индерҙе - 2022 йылда уны баҙарҙа былтырғыға ҡарағанда күберәк тәҡдим итәләр. Шуның һөҙөмтәһендә быйыл ҡайһы бер йәшелсә һәм емеш-еләктәр былтырғыға ҡарағанда арзаныраҡ булды.
Иген культураларының рекордлы уңышы онға һәм он продукцияһына, шулай уҡ ярма һәм ярма изделиеларының бөтә төрҙәренә лә тиерлек хаҡтар үҫешенең аҡрынайыуына килтерҙе.
Сусҡа, ҡош итен һәм һөттө күпләп тәҡдим итеү сәбәпле, республикала ит һәм һөт ризыҡтарына хаҡтарҙың үҫеш темпы кәмене.
Ҡулланыусыларҙың тотанаҡлы ихтыяжы аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған сегментта инфляцияның әкренәйеүенең төп сәбәбе булды - еңел автомобилдәргә һәм шиналарға, көнкүреш техникаһына һәм электроникаға, шул иҫәптән һыуытҡыстарға, кер йыуыу машиналарына һәм телевизорҙарға хаҡтарҙың артыу темпы кәмене.
Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә инфляцияның артыуына, атап әйткәндә, эске һәм сит ил авиаосоштарына ихтыяждың артыуы йоғонто яһаны. Маршруттарҙың һәм рейстарҙың сикле булыуы фонында Төркиәгә, Мысырға һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренә юл хаҡы артты, шулай уҡ эске йүнәлештәр буйынса осоштарға хаҡ төшөү кәмене. Автозапчастарҙың һәм ремонт эштәренең ҡиммәтләнеүе һөҙөмтәһендә автостраховка полистарының хаҡы артты.
Ил буйынса йыллыҡ инфляция 13,7 процент тәшкил итте. Рәсәй банкыһы күҙаллауынса, 2022 йылдың аҙағына ул 11-13 процентҡа тиклем төшәсәк, 2023 йылда 5-7 процентҡа тиклем кәмеп, 2024 йылда маҡсатлы 4 процентҡа кире ҡайтасаҡ.
Сығанаҡ: Рәсәй Банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк https://www.cbr.ru/rb
Төбәктәге инфляция тураһында тулыраҡ - Рәсәй банкыһы сайтындағы мәғлүмәт-аналитика комментарийҙарында http://www.cbr.ru/press/reginfl/?id=25725
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан