Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2022, 22:30

Иғтибар! Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың ғаиләләре "мусор" өсөн түләмәйәсәк

Бөгөн кискеһен булған брифингыла был көнүҙәк темаға ла ҡағылып үттеләр. Алдан әйтәбеҙ - был һорау ыңғай ҡабул ителгән. Тулыраҡ сайтта

Иғтибар! Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың ғаиләләре "мусор" өсөн түләмәйәсәк
Иғтибар! Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың ғаиләләре "мусор" өсөн түләмәйәсәк

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы регоператорҙарғҙан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләрен һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ТКО сығарған өсөн түләүҙән азат итеүен һораған. Бөгөн брифинг мәлендә льготаны алыу тәртибен экология министры Нияз Фазылов төшөндөрҙө. «Был һорау хәл ителгән. Һәр төбәк операторы ҡабул иткән ҡарар буйынса мобилизацияғанған ир-егеттәрҙең һәр ғаилә ағзаһы түләүҙән азат ителәсәк. Бының өсөн клиент офисы йәки шәхси кабинет аша мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаилә составы тураһында белешмә менән хәрби комиссариаттан ғаилә ағзаһы мобилизацияланған тигән документ күрһәтергә кәрәк. Бар мәғлүмәт регоператорҙарҙың соцселтәр сәхифәләрендә бар, - тине Н. Фазылов.

Бынан тыш, ғаиләләр хәрби бурысын үтәүсенең СВО зонаһында үткәргән мәлендә түләгәнен кире ҡайтара аласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: