Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь , 13:30

Иғтибар! Урамда йәки тәбиғәттә страус күрһәгеҙ...

... баннерҙағы телефон буйынса шылтыратып һөйөнсөләгеҙ. Эш шунда - Торатау янындағы ферманан дөйәғоштар ҡасҡан. Йома көндө ғифрит ҡоштан нимәнәндер ҡурҡып ҡойманы емергән һәм юҡ булған.

Иғтибар! Урамда йәки тәбиғәттә страус күрһәгеҙ...
Иғтибар! Урамда йәки тәбиғәттә страус күрһәгеҙ...

Эйәләре әйтеүенсә дөйәғоштар кешеләрҙән, эт-бесәй, төлкө кеүек йәнлектәрҙән өркмәй. Уларҙы башҡа нәмә ҡурҡытҡан.. Ҡоштарҙың берәүен ихатала тапҡандар, икенсеһенең ферманан 30 саҡрымда булғаны асыҡланған. Өсөнсөһө ғәйеп булған. — Яңыраҡ берәү шылтыратты һәм 40 саҡрым алыҫлыҡта бер йәнлекте күреүҙәрен әйткән. Улар уны тәүҙә болан тип уйлаған, тик тасуирлау буйынса беҙҙең ҡош икәне күренә, - тигәндәр фермала.

Ҡасҡалаҡты самолет ярҙамында эҙләйәсәктәр.

Дөйәғоштоң бейекле ике метр ярымға барып етә, ауырлығы 200-300 кг тирәһе. Хәүефкә юлыҡҡа осраҡта ул ҡаса, йүгереүенең тиҙлеге сәғәтенә 50-70 саҡрымға етә, унан артыуы ла мөмкин.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в