Егеттәр үҙҙәренең көнкүрешен яйға һалған. Уларҙың барыһы ла бар, ашатыу яғында ла тәртип һаҡлана.
Яугирҙәрҙең һәр көнө минутына тиклем һанаулы. Улар утлы ҡоралдан ата, яу яланында хәрәкәт итә, дошмандың бронетехникаһына ҡаршы көрәшергә өйрәнә, хәрби-медицина ярҙамын иҫкә төшөрә - жгут һалалар, укол яһайҙар. Быларҙың барыһын да тәжрибәле офицерҙар өйрәтә.
Егеттәр, бар Баймаҡ районы һеҙҙең менән ғорурлана, ышана һәм өйгә ҡайтыуығыҙҙы көтә!