Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2022, 07:00

Ҡара ҡарағатты ботаҡтан үрсетеү

Бының өсөн иң яҡшы ваҡыт – сентябрь аҙағы һәм октябрь айы. Ошо ваҡытҡа емеш ҡыуағының ботаҡтары өлгөрә, ә бөрөләре яҡшы үҫкән була. 


Яҡшы тороштағы бер йыллыҡ йәш ботаҡтарҙы 18 – 20 см оҙонлоҡта ҡырҡып алырға. Ышығыраҡ булһын өсөн ҡойма янында урын билдәләп, ерҙе көрәк тәрәнлегендә ҡа­ҙырға, серетмә индерергә. Түтәлдең ситенән 15 см киңлектә һәм тә­рәнлектә канау ҡаҙырға кәрәк.
8 – 10 см ара ҡалдырып, бер-ике бөрөһө канау өҫтөндә ҡалырлыҡ итеп ботаҡтарҙы ятҡырып сығырға. Шунан һуң уларҙы 15 см тирәһе ҡалынлығында уңдырышлы тупраҡ менән күмергә. Канауға көн һайын  ботаҡтарҙың аҫтына үтеп инерлек итеп һыу һибергә онотмағыҙ. Былай эшләгәндә улар тиҙерәк тамыр ебәрәсәк.
Ботаҡтарҙың үҫеп китеү ихти­маллығы – 90 процент. Уларҙың төбөн 18 – 20 сәғәт тирәһе “Гетероауксин” иретмәһендә (1 литр һыуға        1 таблетка иҫәбенән) тотҡан осраҡта үҫеше тағы ла юғарыраҡ була. Яҡшы үҫеш өсөн  тупраҡты даими йомшартып то­рорға, сүп үләндәрен утарға, һыу һибергә кәрәк.
Яҡшы тәрбиә булғанда, икенсе йылдың көҙөнә 45 см бейеклектә үҫеп сыҡҡан ботаҡтар нығынып, тамырланып китәсәк. Уларҙы инде билдәләнгән урынға күсереп ултыртырға ла мөмкин.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: