Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2022, 17:10

Ата-әсәне йәки опекунды дауаханаға һалһалар, ә баланы ҡалдырырға кеше булмаһа, нимә эшләргә?

Әгәр ата йәки әсә кеше балаһын яңғыҙ тәрбиәләһә, ләкин уның айырым торған атаһы йә әсәһе бар икән, баланы ваҡытлыса тапшырыу өсөн уның менән бәйләнешкә инергә кәрәк.

Ата-әсәне йәки опекунды дауаханаға һалһалар, ә баланы ҡалдырырға кеше булмаһа, нимә эшләргә?
Ата-әсәне йәки опекунды дауаханаға һалһалар, ә баланы ҡалдырырға кеше булмаһа, нимә эшләргә?

Шул уҡ көндө атаһына йәки әсәһенә баланы тапшырыу мөмкинлеге булмаһа, нимә эшләргә? Йәки был бөтөнләй мөмкин булмаһа, сөнки атаһы йә әсәһе баланы тәрбиәләүҙә бер ҡасан да ҡатнашмаған?

Ашығыс рәүештә дауаханаға ятҡанда табипҡа балағыҙ булыуы тураһында хәбәр итергә кәрәк. Табип баланы тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай эшләгән балалар социаль үҙәгенә урынлаштырыу өсөн ғаилә хеҙмәте менән бәйләнешкә инәсәк.

Планлы рәүештә дауаханаға ятҡанда (мәҫәлән, бала табыу, операция) ошо хаҡта ғаилә хеҙмәтенә хәбәр итергә, дауаханаға ятыу көнөн билдәләргә һәм белгес менән артабан эш итеү тәртибен һөйләшеп килешергә кәрәк. Баланы социаль үҙәккә ваҡытлыса урынлаштырырға мөмкин. Үҙәк тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай эшләй.

Социаль үҙәктә баланы ҡарау нисек ойоштороласаҡ?


Был осорҙа дәүләт баланы биш тапҡыр ашатыуҙы тәьмин итә, мәктәп процесы өҙөлмәй. Ата-әсә һәр ваҡыт бала менән телефон аша һөйләшә ала.

Мөһим. Балалар социаль үҙәгенә 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар урынлаштырыла. 3 йәшкәсә балаларҙы ваҡытлыса Сабыйҙар йортона урынлаштырырға мөмкин.

Дауахананан сыҡҡас, ата-әсә балаһын өҫтәмә рөхсәт һәм документтар йыймайынса өйөнә алып ҡайта ала.

Башҡортостанда ғаилә хеҙмәттәре: https://vk.cc/chDhBD

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: