Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2022, 21:30

"Ҡарһылыуҡай - 2022" конкурсы өлкәндәр һәм балалар номинацияһында кастинг иғлан итте

Башҡорт Ҡарһылыуҙары бәйгеһенә һайлап алыуға 6 йәштән 12 йәшкә тиклемге ҡыҙыҡайҙар һәм 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар саҡырыла. 

"Ҡарһылыуҡай - 2022" конкурсы өлкәндәр һәм балалар номинацияһында кастинг иғлан итте
"Ҡарһылыуҡай - 2022" конкурсы өлкәндәр һәм балалар номинацияһында кастинг иғлан итте

Өлкәндәр номинацияһында (16-35 йәш) кастинг 29 октябрҙә Өфөлә үтәсәк (адресы - Үрге сауҙа майҙаны, 4, 2-се подъезд, 6-сы ҡат, 620-се студия). Һорауҙар менән ошо номерға шылтыратырға: +7 927 325-91-23. Положениеһы конкурстың "Бәйләнештә"ге рәсми төркөмө документтарында һалынған: Вк https://vk.com/bashguzel

6 - 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙар араһында кастинг онлайнда әңгәмә рәүешендә үтәсәк. Һорауҙар барлыҡҡа килһә +7 917 379 38 72 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

Башҡорт Ҡарһылыуҙарының төбәк-ара конкурсы 2021 йылдан бирле үткәрелә. Ул «Башҡортостан гүзәле», «Красавица Уфы», «Топ-модель Уфы», «Һылыукай» кеүек конкурстарҙы ойоштороусы студияның иң уңышлы һәм яратҡан бьюти шоуы булып тора.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: