Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2022, 18:30

Өлөшләтә мобилизация ҡасан тамамланыры мәғлүм булды

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Өлөшләтә мобилизация ҡасан тамамланыры мәғлүм булды
Өлөшләтә мобилизация ҡасан тамамланыры мәғлүм булды

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич "Бизнес ФМ" каналына өлөшләтә мобилизация буйынса интервью бирҙе.

Бөгөн күптәрҙе борсоған һорау — өлөшләтә мобилизация ҡасан тамамланыр? Башҡортостанда башҡа төбәктәргә ҡарағанда бер нисә көнгә иртәрәк, 28 октябргә тиклем тамамланасаҡ, тине хәрби комиссар.

– Оборона министрлығы ебәргән планды Башҡортостан арттырып үтәмәй, саҡырыласаҡ резервистарҙың теүәл һаны бар һәм өҫтәмә кешеләрҙе кейендереү, ашатыу, эш хаҡы түләү мөмкин түгел.

Мобилизация барышында төрлө хәл булды, барыһын да урында эшләргә, хоҡуҡи базаны булдырырға, яңылыш саҡырылғандарҙы йорттарына ҡайтарырға тура килде. Әммә структураларҙың кәңәшләшеп эшләүе барыһын да йырып сығырға ярҙам итте.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: