+20 °С
Болотло
Ул яу яланында ҡаһарманлыҡ ҡылған - командирын яралағас, командованиены үҙенә алып башҡаларҙы алға әйҙәгән. Ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп хәрби заданиены лайыҡлы үтәгән.
Илнур балалар йортонда тәрбиәләнгән, колледж тамамлаған. Әрме хеҙмәтенән һуң контракт буйынса РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итергә ҡалған.
Илнурҙы яҡындары һәм туғандары алсаҡ, кеше менән аралашыусан, маҡсатлы егет тип хәтерләй.
Илнурҙың ҡатынының ҡайғыһын уртаҡлашам. Уға хәҙер бик ҡыйын.
Беҙ Геройҙы онотмаҫбыҙ, ғаиләһенә ярҙам итербеҙ һәм мотлаҡ уның хәтерен мәңгеләштерербеҙ", - тигән ул.