Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2022, 18:30

Өфөлә лә һалдаттарҙы оҙаттылар

16 октябрҙә, Атайҙар көнөндә, «Прощание славянки» маршы аҫтында баш ҡаланың Совет һәм Октябрь райондарынан өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың бер төркөмө юлға сыҡты.  

Өфөлә лә һалдаттарҙы оҙаттылар
Өфөлә лә һалдаттарҙы оҙаттылар

Оҙатыу сараһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эше буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов, запастағы капитан, элекке афғансы, «БОЕВОЕ БРАТСТВО» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк буйынса ойошмаһы ағзаһы Рафаэль Исхаҡов сығыш яһаны.

Резервсылар алдында руханиҙар - иерей Дионисий Ефимов менән имам Фидус Хузин барыһына ла рух ныҡлығы теләп, дин тураһында онотмаҫҡа һәм Аллаһы Тәғәләгә һыйынырға саҡырҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: