-21 °С
Болотло
— Башҡорт халҡы һәр саҡ, ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды. Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм, маҡсатлы, – ти делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.
Әйткәндәй, гуманитар ярҙам араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Йөрәк йылыһы» акцияһы барышында йыйылған әйберҙәрҙең дә бер өлөшө бар. Барлыҡ әйберҙәр һәм кәрәк-яраҡтар Севастополь ҡалаһының Н.И.Пирогов исемендәге 1472-се Хәрби-диңгеҙ ҡыҙыл байраҡ госпиталенә тапшырыласаҡ.